Учалыла тантаналы шарттарҙа 2021 йылда донъяға килгән беренсе игеҙәктәрҙе тәбрикләнеләр. Айгөл һәм Алексей Ивановтарҙың ғаиләһендә ҡыҙ һәм малай тыуа, уларға Анна һәм Дмитрий тип исем ҡушалар.
Бәхетле ата-әсәгә балаларҙың тыуыу тураһындағы таныҡлыҡтары, БР Юстиция эштәре буйынса дәүләт комитетынан һәм урындағы ЗАГС бүлегенән иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды.
Хәҙер Ивановтар күп балалы ғаилә иҫәпләнә - татыу ғаиләлә тағы бер ҡыҙ һәм бер ул үҫә. Йәш ғаилә ҡалала йәшәй. Ғаилә башлығы Алексей Сергеевич “Трансгаз” йәмғиәтендә - әйҙәүсе инженер, Айгөл Хәмит ҡыҙы «Газпром Газораспределение Уфа» предприятиеһының Учалылағы филиалында инженер-проектлаусы булып хеҙмәт итәләр.
Әйткәндәй, 2020 йылда Учалыла һәммәһе биш пар игеҙәк тыуған. Йыл башынан 24 тыуыу тураһында таныҡлыҡ тапшырылған.
Мәғлүм булыуынса, демография мәсьәләләре дәүләт башлығы Владимир Путиндың “май” указдарында төп бурыстарҙың береһе булараҡ билдәләнә.
Илдә уңышлы тормошҡа ашырылған “Демография” милли проекты сиктәрендә күп балалы ғаиләләргә төрлө яҡлап ярҙам күрһәтелә.
Фото: Учалы районы хакимиәте сайтынан.