РФ Президенты Владимир Путиның “май” указдарында билдәләнгән "Мәғариф" милли проектының "Заман мәктәбе" төбәк проекты сиктәрендә, Дүртөйлө ҡалаһының 4-се мәктәбендә оҙаҡ көткән яңы корпус асылды. Ошо көндәрҙә бинала башланғыс класс уҡыусылары өсөн тәүге дәрестәр уҙғарылды.
400 урынға иҫәпләнгән мәктәп уҡыу процесын бер сменала ойошторорға мөмкинселек бирә. Был балаларға түңәрәктәрҙә, секцияларҙа шөғөлләнеү өсөн уңайлылыҡтар тыуҙыра, ата-әсәләрҙең дә эшен еңеләйтә.
Мәктәптә балаларға төплө белем алыу өсөн уңайлы һәм хәүефһеҙ шарттар булдырылған.
“Спорт көрәше – мәктәптәргә” федераль проекты сиктәрендә спорт залын йыһазландырҙыҡ, балалар яратҡан спорт төрө менән шөғөлләнә аласаҡ. Ҙур ашхана, махсус кабинеттар, кәрәкле йыһаз, ҡорамалдар – дөйөм алғанда, сифатлы белем алыу өсөн бөтә шарттар ҙа булдыра алдыҡ, - ти Дүртөйлө районы хакимиәте башлығы Риф Йосопов.
Фото: Дүртөйлө районы хакимиәте сайтынан.