Туймазы районының Покровка ауылында күптән көткән яңы модулле фельдшер-акушерлыҡ пункты асылды. Был төҙөлөш “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы, ауыл халҡына тәүге медицина ярҙамын камиллаштырыу маҡсаты менән тормошҡа ашырылды.
Өс ай ғына элек башланған төҙөлөш эштәре тамамланған да инде. Медицина учреждениеһы йыһазландырылған, беренсе пациенттарҙы ҡабул итеү башланған. Фельдшер-акушерлыҡ пункты бөтә стандарттарға һәм санитар нормаларға яуап бирә, эҫе һәм һалҡын һыу ағып тора, бүлмәләр электр менән йылытыла. Медицина пункты Покровка ауылы халҡынан тыш, Дарвин һәм Ташкисеү ауылдары кешеләрен дә хеҙмәтләндерәсәк. Ошонда 33 йыл буйы ауылдаштарын хеҙмәтләндергән Елена Казакова хәҙер өр-яңы бинала яҡташтарына медицина ярҙамын күрһәтәсәк.
Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарына ярашлы, 2024 йылға тиклем ауыл ерҙәрендә тәүге медицина ярҙамын күрһәтеүҙе яҡшыртыу, унан һәр кемдең файҙаланыу мөмкинлеген арттырыу бурысы ҡуйылды.
Фото:Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.