Бөгөн Өфөләге 21-се ҡала клиник дауаханаһында яңы МРТ аппараты сафҡа индерелде. Ҡорамал Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы һатып алынды.
– Ҡорамал бик ҡиммәт (65 миллион һумлыҡ). Уны файҙаланыу өсөн махсус бүлмә һәм унда эшләйәсәк хеҙмәткәрҙәрҙе етди әҙерләргә кәрәк ине. Был эштәрҙең барыһын да башҡарҙыҡ. МРТ кабинеты эш өсөн киң мөмкинлектәр аса, – тине медицина учреждениеһының баш табибы Ринат Нагаев.
Нур диагностикаһы бүлеге мөдире Гөлнара Садиҡова коллективты аппараттың үҙенслектәре менән таныштырҙы. Гөлнара Альберт ҡыҙы коллегаларын МРТ бүлмәһенә ингәндә ҡәтғи сикләүҙәр булыуы тураһында иҫкәртте. Табип-рентгенолог Ренат Әхтәмовтың яңы магнит-резонанслы томографтың мөмкинлектәре хаҡында һөйләгәндәре хеҙмәттәштәрендә ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты.
Фото: srk.nationalpriority.ru