Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү һәм уға ярҙам агентлығының Төбәк гарантия фонды поручителлеге рәүешендә дәүләт ярҙамы алған сираттағы ойошма “Новтек яңы технологиялар” компанияһы булды.
Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проектын тормошҡа ашырыу нигеҙендә предприятие биш миллион һумдан ашыу кредит йәлеп иткән. Уны әйләнештәге аҡсаны тулыландырыуға тотонғандар.
“Новтек яңы технологиялар” йәмғиәте геофизика, нефть һәм газ сервисы өсөн мобиль техника сығара. Ул төрлө тәғәйенләнештәге каротаж күтәргестәр, лабораториялар, күсмә станциялар етештерә.
Ойошмала 20 кеше эшләй. Заказдар алты ай эсендә башҡарыла. Уртаса алғанда, бында айына 1-3 машина эшләйҙәр.
Фото: biznestur.bashkortostan.ru