Милли проекттар
26 Ғинуар 2021, 05:30

Ҡырым-Һарай халҡының теләге ҡабул булды!

Яҡташтарҙың сәләмәтлеге ышаныслы ҡулда...

Бынан бер ай элек кенә Краснокама районының Ҡырым-Һарай халҡы медицина ярҙамы артынан күрше ауылға йәиһә Нефтекама ҡалаһына юллана ине. “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты һөҙөмтәһендә ауылдаштар яңы фельдшер-акушерлыҡ пунктына эйә булды.
ФАП мөдире, тәжрибәле фельдшер Светлана Мөхәмәҙуллина 474 кешене хеҙмәтләндерәсәк. Балалар ҙа байтаҡ – 115, медицина ярҙамына мохтаж өлкәндәр ҙә етерлек. Фельдшерҙың эше кабинетта ғына дауам итмәй, өйҙәрҙәге ауырыуҙарға саҡырыуҙар булып тора. Медицина учреждениеһы ҡорамалдар менән тейешенсә йыһазландырылған, кисектергеһеҙ медицина ярҙамынан тыш, иҫкәртеү эшен дә башҡарырға мөмкинлек бар. Ауырыуҙарға электрокардиограмма үткәреү, ҡан баҫымын үлсәү, шәкәр һәм холестерин кимәлен билдәләүҙән тыш, спирометрия, акушерлыҡ хеҙмәттәрен күрһәтергә мөмкин. Светлана Мөхәмәҙуллина әйтеүенсә, хәҙер прививкалар, инъекциялар яһау өсөн пациенттар ҡалаға йөрөмәйәсәк, бөтә процедуралар ҙа бында яһаласаҡ.
Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарына ярашлы, 2024 йылға тиклем халыҡтың тәүге медицина ярҙамынан файҙаланыу мөмкинлеген арттырыу, кадрҙар мәсьәләһен хәл итеү, хеҙмәткә һәләтле йәштәгеләр араһында үлем күрһәткестәрен кәметеү бурысы ҡуйылды.
Фото:Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.
Читайте нас