“Авангард” компанияһы Башҡортостандағы Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү һәм уға булышлыҡ итеү агентлығының Төбәк гарантиялар фондына поручитель булыуҙы һорап мөрәжәғәт иткәйне. Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проектына ярашлы, ойошма 17 миллион һумдан ашыу кредит йәлеп итте.
Мәғлүм булыуынса, “Авангард” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте ҡатнаш ауыл хужалығы – малсылыҡ һәм үҫемлекселек менән шөғөлләнә: һыйыр ите, һөт етештерә, иген, ҡуҙаҡлы, мал аҙағы һәм майлы культуралар үҫтерә.
“Предприятие 2010 йылдан эшләй. Хеҙмәткәрҙәрҙең уртаса һаны – 180 кеше. Алған кредитты әйләнештәге аҡсаны тулыландырыуға йүнәлттек. Һөҙөмтәлә етештереүҙе арттырҙыҡ, эш миҙгеленән тыш ойошманың эшмәкәрлеген тәьмин иттек, продукцияны һатыу даирәһен киңәйттек”, – тине компания етәксеһе.
Әйткәндәй, Башҡортостандың Төбәк гарантиялар фонды 25 миллион һумға поручитель була ала, уның күләме заемдың 70 процентын тәшкил итә.
Фото: srk.nationalpriority.ru