Октябрьскийҙың барлыҡҡа килеүенә 75 йыл тулыу айҡанлы ҡалалағы өс йәмәғәт биләмәһе үҙгәртеп ҡороласаҡ. Үҙгәреш кисерәсәк өс биләмәне урындағы халыҡ үҙе һайлаған. Проекттар ҡала мөхитен яҡшыртыу буйынса төбәк һәм милли проекттары сиктәрендә финанслана.
Республиканың Торлаҡ һәм коммуналь хужалыҡ министрлығы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, был – ҡаланың Шашин һәм Закиров урамдары, 29-сы биҫтәһе һәм автозаправкалау станцияһы араһындағы парктар, 8-се мәктәп биләмәһе. Һуңғы объектта эштәр былтыр башланған да инде.
Ике паркты үҙгәртеп ҡороу концепцияһын Башҡортостан ҡалалары һәм ауылдары үҫеше институты төҙөгән. Ә заказды конкурста еңеп сыҡҡан “УралСпецСтрой” компанияһы башҡарасаҡ. Ошо уҡ ойошма Октябрьский ҡалаһының 70 йыллығына Дуҫлыҡ йортон үҙгәртеп ҡорғайны.
Быйылғы эштәр иһә Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдары нигеҙендә барлыҡҡа килгән “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекты ярҙамында мөмкин буласаҡ.Был милли проект кешенең йәшәү кимәлен һәм сифатын яҡшыртыуға йүнәлтелгән.
Фото: Октябрьский ҡалаһы хакимиәте.