Дүртөйлө районының Гөлөк, Түбәнге Әлкәш һәм Йәрмиә ауылдарында модулле фельдшер-акушерлыҡ пункттарын төҙөү өсөн әҙерлек эштәре башланды. ФАП-тар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы һалына.
”Гөлөк ауылында бер ҡасан да медицина пункты булманы. Тәүге ярҙамды алыу өсөн бөтәһе лә яҡындағы ауылға йөрөй алмай. Халыҡ күптән ФАП асыуҙы көтә ине. Ғариза яҙҙыҡ, ыңғай яуап булғас, ер бүлдек, кадастр паспортын тултырҙыҡ. Артабан беҙ яңы фельдшер-акушерлыҡ пунтын электр энергияһы, һыу менән тәьмин итергә, участканы төҙөкләндерергә тейешбеҙ”, – тине Иҫке Байыш ауылы хакимиәте башлығы Илдус Хәмиев.