Милли проекттар
1 Февраль 2021, 11:00

Әлшәйҙә ике ФАП асылды

Был ауылдарҙа фельдшер-акушерлыҡ пункттары элек тә бар ине, ләкин улар заман талаптарына яуап бирмәй башлағайны.

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының “Тәүге медицина-санитария ярҙамы күрһәтеү системаһын үҫтереү” төбәк проектына ярашлы, Әлшәй районының Казанка һәм Таштүбә ауылдарында яңы фельдшер-акушерлыҡ пункттары асылды.
Был ауылдарҙа ФАП-тар элек тә бар ине, ләкин улар заман талаптарына яуап бирмәй башлағайны. Хәҙер бер нисә ауыл халҡы уңайлы шарттарҙа тәүге медицина ярҙамына эйә була ала.
Казанкалағы медицина пункты Фән ауылы халҡын да хеҙмәтләндерә – ике ауылдан 400 кеше, шул иҫәптән 104 бала. Таштүбәләге фельдшер-акушерлыҡ пункты, Баязит халҡын да индереп, 200-ҙән ашыу кешегә медицина ярҙамы күрһәтә.
Яңы ФАП-тар барлыҡ заман талаптарына яуап бирә. Улар тейешле ҡорамалдар һәм медицина кадрҙары менән тәьмин ителгән. Был тәүге ярҙам сифатын яҡшыртыу мөмкинлеген бирә.
Фото: vk.com
Читайте нас