Тиҙҙән Көйөргәҙе районында “Һөт йәйғоры” маркаһы аҫтында һөт ризыҡтарын етештерә башлаясаҡтар.
Былтыр Тимур Иҙрисов, фермер Илшат Мәжитов һәм Көйөргәҙе районының Илкәнәй ауылында йәшәүселәр башланғысы менән һөт йыйыу, эшкәртеү һәм һатыу буйынса ауыл хужалығы кооперативы ойошторолған. Ул, Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығының килем буйынса программаһында ҡатнашып, субсидия алған.
Былтыр апрелдә һөт эшкәртеү буйынса цехтың эш башлауы өсөн ҡорамалдар килтерелгән. “Бөгөн барлыҡ монтаж эштәре атҡарылған. Газ үткәрергә ҡалды. Тиҙҙән магазин кәштәләрендә “Һөт йәйғоро” маркаһы аҫтында продукция барлыҡҡа килер, тип ышанабыҙ”, - тип яҙған социаль селтәрҙәге үҙенең сәхифәһендә Көйөргәҙе районы хакимиәте башлығы Юлай Ильясов.
Һөт ризыҡтарын әҙерләп һатыу Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдары нигеҙендә барлыҡҡа килгән “Ауыл сәнәғәте комплекслы үҫеше” милли проекты ярҙамында мөмкин буласаҡ. Шулай итеп, Көйөргәҙе ауыл хужалығы аҙыҡ-түлеген етештереүселәре проектының Ауыл хужалығы министрлығы конкурсында еңеп сығыуы һәм 2 миллион 800 мең һумлыҡ субсидия алыуы һөҙөмтәһендә “Һөт йәйғоро” тиҙҙән өҫтәлебеҙҙә булыр, тигән ышаныстабыҙ.