Милли проекттар
3 Февраль 2021, 13:30

Ауыл хужалығында эшләгәндәр ҙә ҡатнаша ала

Республикала “Йыл экспортсыһы” конкурсы башланасаҡ.

Республикала “Йыл экспортсыһы” конкурсы башланасаҡ.
Был конкурс һөҙөмтәһендә 11 номинация буйынса 11 еңеүсе билдәләнәсәк. Ауыл хужалығы тармағында эшләгән предприятиелар менән шәхси эшҡыуарҙар ҙа был сарала ҡатнаша ала.
Конкурсты йыл һайын Башҡортостанда теркәлгән һәм әҙер продукцияһын экспортҡа сығарған предприятиелар, шәхси эшҡыуарҙар араһында үткәрәләр. Был үҙенсәлекле сараны республиканың Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгрессия эшмәкәрлеге буйынса дәүләт комитеты һәм Башҡортостан Республикаһы экспортына ярҙам үҙәге ойоштора. Комиссия экспортҡа сығарылған әҙер продукция күләме, экспорт географияһы кеүек критерийҙар буйынса баһалаясаҡ.
Ҙур предприятиелар заявканы - Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгрессия эшмәкәрлеге буйынса дәүләт комитетына, бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ вәкилдәре иһә Башҡортостан Республикаһы экспортына ярҙам үҙәгенә тапшыра ала. Заявкалар 8 февралдән 10 мартҡа тиклем ҡабул ителә.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: былтыр ауыл хужалығы продукцияһын экспортҡа сығарыу 168 миллион доллар тәшкил иткәйне. Был иһә Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдары менән барлыҡҡа килгән “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проекты бурыстары тормошҡа ашырыла, тигән һүҙ.
Фото: социаль селтәрҙән.
Читайте нас