Милли проекттар
3 Февраль 2021, 13:15

Әүҙемлекте арттырыу өсөн үткәрелә

Мәскәүҙәге “РАИК” һәм “Сириус” интеллектуаль уйындары үҫеше үҙәктәре Мәскәүҙә VIII Рәсәй Федерацияһы әүҙем уйындары буйынса кубокка ярыштар үткәрә.

Мәскәүҙәге “РАИК” һәм “Сириус” интеллектуаль уйындары үҫеше үҙәктәре Мәскәүҙә VIII Рәсәй Федерацияһы әүҙем уйындары буйынса кубокка ярыштар үткәрә. Башҡортостан интеллектуалдарын ошо сараға саҡыралар.
Был уйындар кешеләрҙе интеллектуаль ижадҡа, илһөйәрлеккә һәм рухи үҫешкә, әүҙемлекте арттырыуға, һәләтле кешеләрҙең конкурентлылығына йәлеп итеүгә йүнәлтелгән.
Төп турнирҙан тыш, программала Рәсәйҙең күсмә кубогы хужаһы, Рәсәй Федерацияһының ете бәләкәй кубоктары хужаһы асыҡланасаҡ, тағы интеллектуаль масс-старт, ҡатын-ҡыҙҙар һәм ирҙәр спринты, микс, микст, команда эстафетаһы буйынса өҫтәмә комплект миҙалдар 14 февралдә уйнатыла.
Командалар Мәскәү ҡалаһы, Семенов метроһы, Измайлов валы, 2-се йорт адресы буйынса теркәләсәк. Ә бындай үҙенсәлекле ярыштар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдары нигеҙендә барлыҡҡа килгән “Демография” милли проектының “Спорт – йәшәү нормаһы” проекты маҡсаттарын тормошҡа ашырырға булышлыҡ итәсәк.
Фото: социаль селтәрҙән.
Читайте нас