2020 – 2024 йылдарҙа Башҡортостан биләмәһендә ауыл хужалығы продукцияһын эшкәртеү буйына өҫтөнлөклө проекттарға инвестициялар күләме 50,8 миллиард һум булыр тип баһалана.
Был хаҡта “Интерфакс”ҡа Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары - ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов хәбәр иткән. Яңы етештереүҙе ебәреү һөҙөмтәһендә 4,1 мең яңы эш урыны ойоштороласаҡ. Ә предприятиеларҙың йыллыҡ табышы 59 миллиард һум булыр тип көтөлә.
2017-2020 йылдарҙа төбәктә 3,4 миллиард һумлыҡ ауыл хужалығы продукцияһын етештереү буйынса ете эре проект тормошҡа ашырылған, һөҙөмтәлә 618 эш урыны булдырылған. Иҡтисадтың яңы субъекттары күләме былтырғы йыл һөҙөмтәләре буйынса 10,1 миллиард һум тәшкил иткән.
“Аҙыҡ-түлек сәнәғәтенең ҡайһы бер позицияларына ҙур һорауҙың булыуын һәм эшкәртеү йүнәлеше үҫеше өсөн ресурстарҙы һөҙөмтәле файҙаланыу мотлаҡ икәнлеген иҫәпкә алып, Ауыл хужалығы министрлығы 2021 – 2026 йылдарҙа ауыл хужалығы етештереүенең аҙыҡ-түлек һәм эшкәртеү тармаҡтары үҫеше концепцияһын төҙөнө”, – тип белдерҙе Илшат Фәзрахманов. Был документҡа ярашлы, субсидиялар рәүешендә дәүләт ярҙамы күрһәтеләсәк. Был иһә Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы барлыҡҡа килгән “Агросәнәғәт комплексы үҫеше” милли проектының төп маҡсаттарының береһе.