6-7 февралдә Өфөлә ит йәрминкәләре ойошторола, тип хәбәр итә баш ҡала хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте.
Шулай итеп, шәмбе Дим, Октябрь һәм Совет райондарында түбәндәге адрестар: Хәҡиҡәт урамынан Таллин һәм Ухтомский урамдарына тиклем автомобиль юлдарындағы участкала; Спорт һәм Йәштәр һарайҙары алдындағы майҙандарҙа үткәреләсәк йәрминкёләрҙә ҡатнашырға саҡырабыҙ.
Йәкшәмбе Өфөләге Октябрь районындағы Спорт һарайы алдындағы майҙанда ла ит һатасаҡтар. Шуға мөмкинлектән файҙаланып ҡалығыҙ.
Йәрминкәләр 10-дан 16 сәғәткә тиклем эшләйәсәк. Өфө ҡалаһы хакимиәте быйыл ауыл хужалығы һәм башҡа йәрминкәләрҙең үткәрелеү графигын раҫлаған. Документҡа ярашлы, Өфөлә ит йәрминкәләре 6, 13, 20 һәм 27 февралдә, шулай уҡ 6 һәм 13 мартта үткәреләсәк.
Һөҙөмтәлә ауыл хужалығы аҙыҡ-түлектәрен етештереүселәр үҙ продукцияһын халыҡҡа тәҡдим итә ала. Ә был иһә Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдары нигеҙендә барлыҡҡа килгән “Агросәнәғәт комплексы үҫеше” милли проекты маҡсаттарын тормошҡа ашырырға ярҙам итәсәк.