Өфөләге Парк урамын яңы технологияларҙы файҙаланып ремонтлаясаҡтар. Шулай итеп, юл япмаһын түшәгәндә “Ресайклинг” технологияһы файҙаланасаҡ. Был ысул шунан ғибәрәт: асфальттың иҫке өлөшөн махсус үҙйөрөшлө комплекс киҫәсәк, ваҡлаясаҡ, матдәләр менән бутаясаҡ һәм йәнә һаласаҡ.
Был – үҙенә күрә тәгәрмәсле завод. Ул иҫке асфальтты сеймал рәүешендә файҙалана. Өҫтәүенә, демонтажлау һәм һалыу процесын туҡтауһыҙ атҡара. Асфальт япмаһының өҫкө өлөшөнә “Superpave” технологияһы файҙаланыла. Был иһә юл япмаһының оҙаҡ хеҙмәт итеүенә булышлыҡ итә.
Проектҡа ярашлы, Парк урамында 0,52 километр юл япмаһын капиталь ремонтлау, юл билдәләрен ҡуйыу ҡаралған. 2359 квадрат метр майҙанда тротуарҙар эшләнәсәк, 102 автомобиль өсөн туҡталҡа барлыҡҡа киләсәк.
Бынан тыш, иҫкеләре урынына яңы ағастар ултыртыласаҡ. Төҙөлөш-монтажлау эштәренә һауа шарттары яҡшырғас тотонмаҡсылар. Ә дөйөм эш ағымдағы йылдың дүртенсе кварталында тамамланыр тип күҙаллана. Был иһә Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдары нигеҙендә барлыҡҡа килгән “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекты бурыстарын тормошҡа ашырырға ярҙам итәсәк.