Милли проекттар
6 Февраля 2021, 05:30

Салат үҫтереп тә кооперативҡа берләшергә була

Нуриманда район исемен йөрөткән ауыл хужалығы кооперативы экологик яҡтан таҙа салат (баҡса үҫемлеге) үҫтереп һатыу менән шөғөлләнә.

“Нуриман” ауыл хужалығы кооперативы ике йыл эсендә йәшелсә культуралары баҙарында етди ҡатнашыусыға әйләнгән. Хужалыҡ рәттәрендә 13 пайсы, был 11 шәхси ярҙамсы хужалыҡ һәм ике юридик шәхес. Хужалыҡ экологик яҡтан таҙа салат (баҡса үҫемлеге) үҫтереп һатыу менән шөғөлләнә. Урындағы халыҡтың был йәшелсә төрө менән ҡыҙыҡһыныуы торған һайын арта бара. Был мәғлүмәтте республика Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте еткерә.
“Нуриман” кооперативы республикала 2018 йылда барлыҡҡа килгән. Яңы ойошма БР Ауыл хужалығы министрлығы үкәргән конкурста ҡатнашып, өс миллион һум грант отҡан. Конкурс, үҙ сиратында, РФ Президенты В.В. Путиндың май указдары һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән милли проекттарҙың береһе – “Бәләкәй һәм кесе эшҡыуарлыҡты үҫтереү”гә ярашлы ойошторолған. Был аҡсаға кооператив ағзалары салатты үлсәү, төрөү ҡорамалдары, уны һатыу нөктәләренә алып барып еткерергә автомобиль һатып алған. Нуриман салаты республика, шулай уҡ федераль сауҙа селтәрҙәрендә ҙур ихтыяж менән файҙалана.
Ауыл хужалығы кооперативы бик ҙур ниәттәр менән йәшәй. Улар араһында – завод төҙөү, экологик яҡтан таҙа һәм файҙалы үҫемлекте эшкәртеүҙе юлға һалып, уны йәмәғәт туҡланыу урындарына, шул иҫәптән билдәле тиҙ туҡланыу ресторандарына ла, һатыу.
Фото: БР Ауыл хужалығы министрлығы сайтынан.
Читайте нас