Сарала Урман хужалығы министрлығы ҡарамағындағы Йәмәғәтселек советы рәйесе урынбаҫары, Рәсәй Фәндәр академияһының Өфө федераль тикшереүҙәр үҙәге Биология институтының лаборатория мөдире Алексей Кулагин, республика Урман хужалығы хеҙмәткәрҙәре профсоюзы комитеты рәйесе Сергей Бобб, Урман хужалығы министрлығы ҡарамағындағы Йәмәғәтселек советы секретары, “Лимонарий” уҡыу-тәжрибә хужалығы етәксеһе Фәриҙә Садиҡова, Башҡортостан дәүләт аграр университетының тупраҡты өйрәнеү, агрохимия һәм ер эшкәртеү кафедраһы профессоры Мөхәмәт Хәйбуллин, республиканың урман хужалығы министры урынбаҫары Илгиз Фәтҡуллин ҡатнашты. Иң төп мәсьәләләрҙең береһе “Урмандарҙы һаҡлау” төбәк проектының үткән йылдағы үтәлеше һәм 2021 йылға бурыстар билдәләү булды.
Урман хужалығы министрлығы ҡарамағындағы Йәмәғәтселек советы рәйесе урынбаҫары Алексей Кулагин белдереүенсә, былтыр был проект ҡуйған мәсьәләләр тормошҡа ашырылған һәм маҡсатлы күрһәткестәр үтәлгән. Ә урмандарҙы һаҡлау иһә Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдары нигеҙендә барлыҡҡа килгән “Экология” милли проектының төп маҡсаттарының береһе.