Бөгөн – Халыҡ-ара стоматолог көнө. Медицинаның был тармағы – донъялағы иң боронғоларҙың береһе. Һөнәри байрамын Өфөләге 3-сө балалар стоматология поликлиникаһы хеҙмәткәрҙәре лә эш урынында ҡаршылай, атҡарылған эштәренә һығымта яһай.
Бөгөн стоматология – һәр көн һайын тиерлек яңы дауалау ысулдары барлыҡҡа килгән юғары технологиялы тармаҡтарҙың береһе. 8 ғинуарҙа баш ҡалалағы 3-сө балалар стоматология поликлиникаһы табиптары Саҡмағош ауылында йәшәгән балаларға медицина ярҙамы күрһәтте. Саҡмағоштағы 1-се мәктәп уҡыусыларын өсөн сәләмәтлек дәрестәре һәм шәхси консультациялар үткәрелде.
Былтырғы йыл барлыҡ табиптар өсөн дә еңел булманы. Башҡортостанда “Юғары әҙерлек” режимы индерелгәс, поликлиникала үҙ-үҙеңде ҡарсалау режимында йәки яңы коронавирус инфекцияһы менән сирләү билдәләре булған балаларға стоматологик ярҙам күрһәтеү өсөн айырым кабинет барлыҡҡа килгән. Баш ҡалалағы 3-сө балалар стоматология поликлиникаһы табиптары балаларға тәүлек әйләнәһенә медицина ярҙамы күрһәтә.
Әйткәндәй, республикала балалар стоматология хеҙмәте камиллаштырыла, уҡыу йорттарына яңы стоматология кабинеттары барлыҡҡа килә. Был иһә Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы барлыҡҡа килгән “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының төп маҡсаттарының береһе.
Фото: республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.