Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарында билдәләнгән “Мәғариф” милли проекты бихисап төбәк проекттарын тормошҡа ашырыуға ла юлдар асты. Мәҫәлән, бөгөн Башҡортостандың 800-ҙән ашҡан белем усаҡтарында “Юғары ос!” проекты сиктәрендә бик матур башланғыстар ғәмәлгә инә.
Башҡортостан Республикаһы Мәғариф һәм фән министрлығы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, 2019-2020 йылдарҙа “Юғары ос!” республика мәғариф проектының “Сәләмәт йылмайыу” модуле сиктәрендә республикала 61 стоматология кабинеты асылған. Уларҙың барыһы ла бер дизайнер стилендә эшләнгән, заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылған һәм лицензияланған. Әйткәндәй, республикалағы барлыҡ ҙур мәктәптәрҙә ошондай стоматология кабинеттарын асыу күҙаллана. Ә был, әлбиттә, сәләмәт балалар тәрбиәләргә булышлыҡ итә. Шулай итеп, бәләкәстәргә йылмайыу һәм сәләмәтлек бүләк итәләр.