Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
11 Февраль 2021, 18:30

Саңғы юлы саҡыра!

Башҡортостан иң күләмле һәм күмәк ярышҡа – “Рәсәй саңғы юлы”на баҫырға әҙерләнә.

Башҡортостан иң күләмле һәм күмәк ярышҡа – “Рәсәй саңғы юлы”на баҫырға әҙерләнә.
Быйыл ул 13 февралдә республиканың барлыҡ ҡала һәм райондарында уҙғарыла, ә төп ярыш Өфөләге асыҡ спорт майҙансыҡтарында ойошторола: Дим районында – “Баланов” старт ҡаласығында, Калинин районында – Н. Гастелло исемендәге стадионда, Киров районында – Локотки ауылында, Ленин районында – “Йылғасы” (“Водник”) стадионында, Октябрь районында – М. Ғафури исемендәге мәҙәниәт һәм ял паркында, Орджоникидзе районында – “Биатлон” спорт-һауыҡтырыу комплексында, Совет районында – “Урмансылар” паркында.
Ярышта ҡатнашыусылар өс километрлыҡ араны үтергә тейеш. Ә спортсылар һәм саңғы ярыштарын яратҡандар биш километр арауыҡта көсөн һынап ҡарай ала.
Мәғлүм булыуынса, ярыш Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Демография” милли проектының “Спорт – йәшәү нормаһы” федераль проекты нигеҙендә уҙғарыла.
Фото: srk.nationalpriority.ru
Читайте нас: