Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указарында билдәләнгән “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғыстарын яҡлау” милли проекты нигеҙендә республикабыҙҙа “Йүнселлек эшмәкәрлеген алып барыу шарттарын яҡшыртыу” төбәк проекты уңышлы тормошҡа ашырыла.
Урындарҙа үҙ кәсебен йәйелдергәндәргә төрлө яҡлап булышлыҡ итеү менән бер рәттән, район-ҡала хакимиәттәрендә “Эшҡыуарлыҡ сәғәте” үткәреү ҙә ыңғай һөҙөмтә бирә.
Ошо көндәрҙә Белорет районы хакимиәтендә уҙғарылған “Эшҡыуарлыҡ сәғәте”ндә заманса объект – сауҙа павильоны төҙөү өсөн ҡуртымға ер участкаһы биреү мәсьәләһе ҡаралы. Проект инициаторына ҡала ситенән бер нисә буш инвестиция майҙандары тәҡдим ителде.
Белорет ҡалаһы башлығы Кирилл Егупов дизайн буйынса талаптарҙы барланы, төҙөләсәк объекттың дөйөм стилгә тап килергә тейешлеген һыҙыҡ өҫтөнә алды.
Ер участкаһы алғас, уны кадастр иҫәбенә ҡуйыу һәм сауҙа процедураһын үткәреү мотлаҡ. Эшҡыуар төҙөлөш өлкәһендә тәжрибә туплаған. Муниципаль район хакимиәте башлығы Андрей Иванюта был мәсьәләне контролдә тоторға һәм проект инициаторына һәр яҡлап булышлыҡ итергә ҡушты.
Фото: Белорет районы хакимиәте сайтынан.