Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
13 Февраль 2021, 15:30

Тиҙлек тә, сифат та артасаҡ

Республика ашығыс медицина ярҙамы станцияһына һәм Һәләкәттәр медицинаһы үҙәгенә юғары етештереүсәнлекле контактһыҙ сканер алынды.

Күптән түгел “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы Республика ашығыс медицина ярҙамы станцияһына һәм Һәләкәттәр медицинаһы үҙәгенә юғары етештереүсәнлекле контактһыҙ сканер килтерелгән. Fujitsu ScanSnap SV600 ҡоролмаһы барлыҡ заман талаптарына яуап бирә.
Сканер һынылышлы һүрәттәрҙе турайтыу технологияһына эйә, тиҙ һәм сифатлы итеп медицина документтарын ҡағыҙ форматтан электрон вариантҡа күсереү мөмкинеген бирә.
Был медицина документтарының электрон базаһын булдырырға һәм пациенттар медицина ярҙамы һорап мөрәжәғәт иткәндә яуап биреү ваҡытын ҡыҫҡартыуға булышлыҡ итә.
Ғөмүмән, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдары буйынса тормошҡа ашырылған “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы, республикабыҙҙың медицина тармағы һуңғы йылдарҙа ҙур үҙгәрештәр кисерә, район һәм ҡалаларҙағы медицина учреждениеларының матди-техник хәле заманға ярашлы яңыртыла, шуға бәйле иң ҡатмарлы осраҡтарҙа ла уңышлы һөҙөмтәләргә өлгәшелә.
Фото: health.bashkortostan.ru
Читайте нас в