Милли проекттар
13 Февраль 2021, 09:30

Учалыла ике ФАП асылды

Уларҙа халыҡҡа беренсе медицина ярҙамы күрһәтеләсәк, профилактик эш алып барыласаҡ, вакцинация уҙғарыласаҡ.

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарында билдәләнгән “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы былтыр Учалы районында ете модулле ФАП төҙөлдө.
Бөтә санитар талаптарға яуап биргән, кәрәкле медицина ҡорамалдары менән тәьмин ителгән медицина учреждениелары Вознесенка, Илтабан, Ҡоҙаш, Наурыҙ, Ғәлиәхмәр, Ҡалҡан, Ҡобағош ауылдарында барлыҡҡа килде.
Кисә Вознесенка һәм Ғәлиәхмәр ауылдарында рәсми рәүештә ФАП-тарҙы асыу тантанаһы уҙғарылды. Сарала Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары Эльвира Айытҡолова ла ҡатнашты.
Яңы медицина учреждениеларында процедура, фельдшер, балаларҙы һәм ҡатын-ҡыҙҙарҙы ҡабул итеү кабинеттары бар, пациенттар өсөн көтөү урыны, санузел, хужалыҡ бүлмәһе хәстәрләнгән.
Ике ФАП та кәрәкле ҡорамалдар менән йыһазландырылған, препараттар һаҡлау өсөн фармацевтик һыуытҡыс ҡуйылған. Биналар электр энергияһы менән йылытыла, эҫе һыу ҙа бар.
Яңы ФАП-тарҙа халыҡҡа беренсе медицина ярҙамы күрһәтеләсәк, профилактик эш алып барыласаҡ, вакцинация уҙғарыласаҡ.
Ғәлиәхмәр һәм унан йыраҡ түгел урынлашҡан Амангилде ауылының 204 кешеһе һаулығы һағында дүрт тиҫтә йылға яҡын медицина өлкәһендә хеҙмәт иткән тәжрибәле фельдшер Наилә Лоҡманова тора. Ә Вознесенкала йәшәгән 358 кеше медицина ярҙамы һорап 25 йыл фельдшер булып хеҙмәт итеүсе Гөлнара Юнысоваға мөрәжәғәт итә.
Халыҡ та, фельдшерҙар ҙа яңы ФАП-тарҙың төҙөлөүенә сикһеҙ шат. Медицина хеҙмәтләнереүе сифаты тағы ла яҡшырасаҡ, тип ышана улар.
Фото Учалы районы хакимиәте сайтынан.
Читайте нас