Милли проекттар
15 Февраль 2021, 14:10

Иң күп кооперативтар – беҙҙә

“Баҡалы” ауыл хужалығы ҡулланыусылар кооперативы бер йыл эсендә ныҡлы аяҡҡа баҫҡан предприятиеға әүерелә.

“Баҡалы” ауыл хужалығы ҡулланыусылар кооперативы бер йыл эсендә ныҡлы аяҡҡа баҫҡан предприятиеға әүерелә.
2019 йылда пайсыларҙың, фермер һәм шәхси ярҙамсы хужалыҡтар етәкселәренең аҡсаһына, шулай уҡ өс миллион һумлыҡ республика грантына Баҡалы ауылында колбаса ризыҡтары етештереү цехы асыла. Ә бөгөн кооперативта 30 төрлө колбаса сығарыла. Былтыр цехтың дөйөм табышы 22 миллион һумдан ашып киткән. Продукцияны кооператив урындағы халыҡҡа һата.
Ауыл хужалығы министрлығы мәғлүмәттәренә ярашлы, Рәсәйҙәге ауыл хужалығы кооперативтарының 13 проценттан ашыуы Башҡортостанда ойошторолған. Һуңғы өс йылда был күрһәткес буйынса республика беренсе урынды биләй – 360 кооператив асылған. Фермерлыҡты һәм ауыл хужалығы кооперацияһын әүҙем үҫтереү йәһәтенән башҡарылған системалы эш төбәктә Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” милли проектын тормошҡа ашырыуға этәргес бирә.
Фото: agriculture.bashkortostan.ru
Читайте нас