Милли проекттар
17 Февраль 2021, 12:30

Сәнғәт мәктәбе яңы уйын ҡоралдары алды

Мәктәптең яңыртылған матди-техник базаһы белем сифатын яҡшыртыуға булышлыҡ итә.

Балаҡатай районының балалар сәнғәт мәктәбендә уҡыусылар мәктәптең “Фортепиано” бүлеген тамамлап, әле М. Аҡмулла исеменләге Башҡорт дәүләт педагогия университетында белем алған Лена Ғиләжетдинова менән осрашты.
Уҡытыусылар һәм балалар яҡташтарына кластар буйлап экскурсия ойошторҙо, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Мәҙәниәт” милли проектына ярашлы, күптән түгел һатып алынған яңы уйын ҡоралдарын күрһәтте. Осрашыу аҙағында Лена концерт ҡуйҙы, яңы уйын ҡоралдарының сифатын юғары баһаланы.
“Балалар сәнғәт мәктәбендә уҡыусыларға һөнәри йүнәлеш биреү киләсәктә йәштәрҙең урта махсус һәм юғары уҡыу йорттарына уҡырға инеүе өсөн бик мөһим, сөнки сәнғәт мәктәбе мәҙәниәт һәм сәнғәт өлкәһендәге һөнәри белем биреү сылбырында нигеҙҙе тәшкил итә. Беҙҙең бурыс – ошо үҙенсәлекле белемдең абруйын һәм ылыҡтырыу ҡеүәһен арттырыу. Мәктәптең яңыртылған матди-техник базаһы белем сифатын яҡшыртыуға булышлыҡ итә”, – тине сәнғәт мәктәбе директоры Гөлфирә Минһажева.
Фото: srk.nationalpriority.ru
Читайте нас