Конкурентҡа һәләтлелекте арттырыу тураһындағы килешеүҙәрҙе төҙөүгә ғаризалар ҡабул итеү башланды. Документтар продукция етештергән, эшкәрткән һәм экспортҡа сығарған ауыл хужалығы тауарҙарын етештереүселәрҙән ҡабул ителә.
Документтарҙы әҙерләгәндә Рәсәй Ауыл хужалығы министрлығының 2019 йылдың 9 июлендәге “Ауыл хужалығы продукцияһын етештереү, беренсел һәм (йәки) киләһе (сәнәғәт) эшкәртеүе һәм һатыу, тауар етештереүселәрҙе, ойошмаларҙы һәм шәхси эшҡыуарҙарҙы, һайлау тәртибен һәм критерийҙарын (ауыл хужалығы кредит ҡулланыусылар кооперативтарынан тыш) раҫлау, конкурентҡа һәләтлелекте арттырыу, шулай уҡ конкурентҡа һәләтлелекте күтәреү тураһында”ғы фарманына ярашлы йыйырға кәрәк.