Милли проекттар
19 Февраль 2021, 07:30

Юлдың дүрт участкаһы яҡтыртылған

Электр яҡтыртҡыстары үткәргестәренең дөйөм оҙонлоғо 6,2 километр тәшкил итә.

Иглин районының Өфө-Охлебинин юлында электр яҡтыртҡыстары үткәргесенең төҙөлөп бөтөүе тураһында хәбәр итәләр БР Транспорт министрлығынан.
Мөһим төҙөлөш Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарында билдәләнгән “Сифатлы һәм хәүефһеҙ автомобиль юлдары” милли проекты сиктәрендә дүрт участкала башҡарылған: Аҡбирҙе (км 2+123 – км 4+793), Блохин (км 6+418 – км 7+378), Ҡарамалы (км 9+106 – км 10+847), Орондо (км 14+082 – км 14+891) ҡасабалары эргәһендә.
Электр яҡтыртҡыстары үткәргестәренең дөйөм оҙонлоғо 6,2 километр тәшкил итә. Яҡтыртҡыстар менән 195 таяу монтажлана.
Башҡарылған эштәрҙең дөйөм суммаһы 19,9 миллион һум тәшкил иткән. Проект республика бюджетынан финансланған.
Фото: БР Транспорт министрлығынан.
Читайте нас