Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының “Йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙарына ҡаршы көрәш” төбәк проектына ярашлы, Өфөләге 21-се ҡала клиник дауаханаһының реанимация һәм интенсив терапия бүлегенә өр-яңы өс ИВЛ аппараты тапшырылды.
– 2020 йыл коронавирус панедмияһы шарттарында хатта медицинанан алыҫ кешеләр ҙә “үпкәне яһалма елләтеү” төшөнсәһен һәм “ИВЛ” аббревиатураһын белеп ҡалды. Был медицина ҡорамалы бөтә реанимация бүлектәрендә лә ҙур әһәмиәткә эйә, – тине дауахананың бүлек мөдире Зөһрә Ғирфанова. – Анестезиолог-реаниматологтарҙың эшендә үпкәне яһалма елләтеү аппараты – йәшәйеште тәьмин итеүсе ҡорамал, айырыуса операция яһағанда. Был ҡорамалды имгәнеү, ағыуланыу, баш һөйәгенә, мейегә, нервы системаһына зыян килеү һөҙөмтәһендә тын алыу мускулдарын фалиж һуҡҡанда файҙаланалар.