Башҡортостан Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының Стәрлетамаҡ территориаль идаралығы белгестәре Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы 4-се гимназия уҡыусылары өсөн экология дәресе үткәрҙе.
Ҡалдыҡтарҙы айырым йыйыу һәм икенсел эшкәртеү, һыу ресурстарын һаҡлау, тирә-яҡ мөхитте бысратҡан сығанаҡтарҙы асыҡлау тураһындағы ҡыҙыҡлы әңгәмә берәүҙе лә битараф ҡалдырманы. Интерактив рәүештә балаларға ҡалдыҡтарҙың тупланыуы проблемаһының етдилеге тураһында һөйләнеләр. Сарала 230-ҙан ашыу уҡыусы ҡатнашты.
Тәбиғәтте һаҡлау ведомствоһы белгестәре билдәләүенсә, бындай дәрестәр “экология”, “ҡалдыҡтар”, “сүп-сарҙы айырым йыйыу”, “ҡурсаулыҡтар”, “тәбиғәтте һаҡлау”, “Ҡыҙыл китап” кеүек төшөнсәләрҙең асылына төшөү мөмкинлеген бирә һәм йәштәрҙә экологик мәҙәниәт тәрбиәләүгә булышлыҡ итә.
Әйткәндәй, дәрес Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Экология” милли проектының “Ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эш итеүҙең комплекслы системаһын төҙөү” федераль проектына ярашлы уҙғарылды.
Фото: ecology.bashkortostan.ru