Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
25 Февраль 2021, 15:00

Милли проект ярҙамға килә

Тәүге медицина-санитар ярҙам системаһын үҫтереү буйынса ҙур аҙымдар яһалды. Быйыл медицина модулле АНСАТ вертолетында 84 осош яһау планлаштырыла.

Республикала һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә милли проекттарҙы финанслау күләме 2,243 миллиард һум тәшкил итте, шуның 0,767 миллиард һумы республика ҡаҙнаһынан.
Тәүге медицина-санитар ярҙам системаһын үҫтереү буйынса ҙур аҙымдар яһалды. Быйыл медицина модулле АНСАТ вертолетында 84 осош яһау планлаштырыла. Составында төбәк ҡан тамырҙары үҙәктәре һәм тәүге ҡан тамырҙары бүлексәләре булған һигеҙ медицина ойошмаһы ҡорамалдар менән йыһазландырыласаҡ. Федераль бюджет иҫәбенә 30 медицина ҡорамалы, шул иҫәптән, юғары технологиялы ангиограф һәм ике компьютер томографы алынасаҡ. Республика бюджеты иҫәбенән медицина реабилитацияһы өсөн 148 ҡорамал өс медицина ойошмаһына ебәреләсәк.
Быйыл эре күп профилле дауаханалар базаһында биш Амбулатор онкология ярҙамы үҙәге ойошторолдо. Бөтәһе республикала 13 ошондай үҙәк эшләйәсәк. Балалар һаулыҡ һаҡлау тармағын үҫтереү буйынса әһәмиәтле эштәр башҡарыласаҡ, поликлиникаларҙа капиталь ремонт үткәреләсәк. Табиптар өсөн автоматлаштырылған эш урындары яңыртыласаҡ. Медицина ойошмаларын квалификациялы кадрҙар менән тәьмин итеү көнүҙәк мәсьәләләрҙең береһе булып ҡала, ауыл ерҙәренә эшкә килгән хеҙмәткәрҙәргә әүәлгесә ярҙам күрһәтеләсәк.
Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарына ярашлы, 2024 йылға хеҙмәткә һәләтле йәштәгеләрҙең үлем күрһәткесен кәметеү, медицина ойошмаларында кадрҙарға ҡытлыҡты бөтөрөү, тәүге медицина ярҙамынан һәр кемдең файҙалана алыуын тәьмин итеү бурысы ҡуйылған.
Фото:V-2020.org
Читайте нас: