Милли проекттар
27 Февраль 2021, 07:45

Улар һеҙҙең йөрәктәрҙе дауалай

Кардиологтар йәмғеһе 563 кешене ҡабул иткән.

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының “Йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙарына ҡаршы көрәш” төбәк программаһына ярашлы, Республика кардиология үҙәге белгестәре раҫланған график буйынса Башҡортостандың ҡала һәм райондарында сәфәрҙә булды.
Мәҫәлән, Саҡмағош районында юғары категориялы табип-кардиологтар Флүрә Туҡтарова менән Нэлли Гәрәева 40-ҡа яҡын пациентҡа консультация үткәрҙе, һәр береһенә кәңәштәрен бирҙе. Ә Ҡырмыҫҡалы районында 30 пациенттың һаулығы тикшерелде. Бер нисә кешегә Республика кардиология үҙәгенә йүнәлтмә бирелде. Дәүләкән районында белгестәр 38 пациентты ҡабул итте, шуларҙың унауһы кардиология үҙәгенә коронографияға ебәрелде.
Ошондай сәфәрҙәр барышында табиптар Стәрлебаш, Ҡырмыҫҡалы, Ишембай, Ғафури, Саҡмағош, Асҡын, Балтас, Дәүләкән, Йәрмәкәй, Федоровка, Ейәнсура райондары, Сибай, Бөрө, Салауат, Стәрлетамаҡ ҡаладары халҡының һаулығын тикшерҙе. Улар йәмғеһе 563 кешене ҡабул итте.
Фото: health.bashkortostan.ru
Читайте нас