Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
1 Март 2021, 18:30

Бәйләнеш сифаты яҡшыра

2020 йылда керәҙле бәйләнеш бағаналары 14 процентҡа артҡан.

Роскомнадзор мәғлүмәттәренә ҡарағанда, былтыр республикала ғәмәлдә булған радио һәм электроника саралары 14 процентҡа – 14,917 меңгә тиклем – артҡан.
– 2020 йылда Башҡортостан Республикаһында мобиль бәйләнеш операторҙары селтәрҙәре үҫеше буйынса ыңғай динамика күҙәтелде. Ғәмәлдәге радио һәм электроника саралары 14,917 меңгә тиклем артты. Был, 2019 йыл менән сағыштырғанда, 3,053 меңгә күберәк. Бәйләнеш сифатын яҡшыртыу – төбәктәге уңайлы йәшәү шарттарының береһе. Был иһә республика Хөкүмәтенең өҫтөнлөклө мәсьәләләренең береһе, – тип белдерҙе Башҡортостан Республикаһы дәүләт идара итеүе үҫеше министры Геннадий Разумикин.
Министрҙың әйтеүенсә, операторҙар дүртенсе быуын мобиль бәйләнеше селтәрҙәрен айырыуса әүҙем үҫтерә. Шулай итеп, 2020 йылдың туғыҙ айында 1,983 станция теркәлгән. GSM һәм 2G стандарттарындағы радио һәм электроника саралары үҫеше 500 дана тәшкил иткән.
Быға тиклем ошо йәһәттән тәғәйенләнмәгән яңы урындарҙа бағаналарҙың барлыҡҡа килеүе эшҡыуарлыҡ асыу һәм эшмәкәрлек алып барыу мөмкинлеген бирә. Шулай итеп, республикала йәшәгәндәрҙең тормошон уңайлыраҡ итәсәк. Был иһә Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдары нигеҙендә барлыҡҡа килгән “Демография” милли проекты маҡсаттарының береһе.
Фото: e-osetia.ru
Читайте нас: