Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарында билдәләнгән “Мәғариф” милли проекты сиктәрендә ағымдағы йылда Учалы районының алты мәғариф учреждениеһында – Комсомольск, Мулдаҡай, Озерный мәктәптәрендә, Ураҙ ауылының, ҡаланың 1-се лицейҙарында һәм ҡаланың 2-се мәктәбендә “Үҫеш нөктәһе” теүәл фәндәр һәм гуманитар профилдәге белем биреү үҙәктәре асыласаҡ.