Бинала 38 миллион һумдан ашыуға күләмле эш башҡарыу күҙаллана. Тәҙрәләрҙе тулыһынса алмаштырыу, бинаның тышҡы йөҙөн, ҡыйыҡты, иҙәнде, бинаның эсен төҙөкләндереү, бүлмәләрҙең планировкаһын үҙгәртеү, һыу, канализация, яҡтылыҡ, йылытыу селтәрҙәрен, бәҙрәфтәрҙе ремонтлау, видеокүҙәтеү системаһы ҡуйыу ҡарала. Шулай уҡ мәктәптең тирә-яғы ла тәртипкә килтерелә.
Мәғлүм булыуынса, Приюттағы балалар сәнғәт мәктәбе 1962 йылда асылған, ә уның бинаһы 1959 йылда уҡ һалынған. Ошо ваҡыт эсендә бында бер тапҡыр ҙа ремонт яһалмаған. Учреждение директоры әйтеүенсә, бай тарихлы сәнғәт мәктәбен яңыртыу Приют халҡы тормошонда сағыу ваҡиға буласаҡ.