Милли проекттар
5 Март 2021, 11:30

Яңы баҡсаны – ышаныслы ҡулдарға

Благовещенск ҡалаһында күптән көтөлгән шатлыҡлы ваҡиға: өр-яңы “Лукоморье” балалар баҡсаһының техник асыу тантанаһы үткән.

Благовещенск ҡалаһында күптән көтөлгән шатлыҡлы ваҡиға: өр-яңы “Лукоморье” балалар баҡсаһының техник асыу тантанаһы үткән.
Учреждение 220 урынға иҫәпләнгән, “Демография” милли проекты сиктәрендә төҙөлгән. Яңы баҡсала балаларҙы тәрбиәләү һәм уларҙың һәләттәрен үҫтереү өсөн барлыҡ заманса шарттар бар: төркөм һәм йоҡо залдары иркен, яҡты, нормаларға ярашлы йыһазландырылған аҙыҡ-түлек, медицина блоктары бар.
Унан тыш, мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы аҙ мобилле граждандар өсөн дә ҡулайлаштырылған.
Балалар баҡсаһы 12 төркөмгә иҫәпләнгән. Уларҙың дүртәүһе - иң бәләкәстәр өсөн, унда сабыйҙар 1,5 йәштән башлап йөрөйәсәк.
Саф һауала йөрөү өсөн баҡса биләмәһе заманса уйын һәм спорт ҡоролмалары менән йыһазландырылған.
Тәрбиәләнеүселәрҙең хәүефһеҙлегенә лә ҙур иғтибар бүленгән: бинала автоматик янғын сигнализацияһы системаһы, биләмә буйынса видеокүҙәтеү ҡоролмалары ҡуйылған, пропуск режимы эшләй.
Башҡортостан Хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары Рәйеф Әбдрәхимов әйтеүенсә, хәҙерге балалар баҡсалары заман талаптарына тулыһынса яуап бирә, унда бар ғәмәлдәр ҙә балалар өсөн уйлап эшләнгән. “Әммә һәр учреждениеның ҡотон уңған, ихлас коллектив һәм етәксе билдәләй. Бында мин әүҙем һәм булдыҡлы кешене күрәм һәм баҡса ышансылы ҡулдарға тапшырылыуына ышанам”, - тип белдергән етәксе.
Фото: “Башинформ”
Читайте нас