Киләһе аҙнала Өфөлә торлаҡ-коммуналь хужалығының яҙғы форумы үткәреләсәк. Волга буйы федераль округының иң ҙур тармаҡ майҙансығы “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының нисек тормошҡа ашырылыуын тикшерәсәк. Билдәле булыуынса, был милли проект ил Президенты Владимир Путиндың май указдары менән раҫланды.
10 мартта асыласаҡ был йыйынды ойоштороусылар – Башҡортостан Хөкүмәте, республиканың Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы, Башҡортостан күргәҙмәләр компанияһы. Форумда “Төҙөкләндереү. Уңайлы мөхит”, “Инженерлыҡ селтәрҙәре. Яҡтыртыу техникаһы” күргәҙмәләре эшләйәсәк. 12 мартта ошо уҡ майҙансыҡта “Йортҡа идара итеүсе” республика форумы ла уҙғарыласаҡ.
Сара гибрид форматта үткәрелә – унда ҡатнашыусылар үҙҙәре лә килергә мөмкин, онлайн режимында ла күҙәтеп бара ала. Яҙғы форумдың тәүге көнөндәге пленар ултырыш “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектын тормошҡа ашырыу” тип атала. Уның модераторы – Дәүләт Думаһының Торлаҡ сәйәсәте һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ буйынса комитеты рәйесе урынбаҫары Павел Качкаев.