Ошо көндәрҙә Ейәнсура районының Сөләймән ауылындағы "Айтал" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтендә барлыҡ талаптарға яуап биреп төҙөлгән сыр етештереү цехы үҙ эшен башланы. Был хаҡта урындағы “Ейәнсура таңдары” гәзите хәбәр итте.
“Цехты һөт менән райондың крәҫтиән-фермер хужалыҡтары тәьмин итә. "Айтал" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтендә тәүлегенә 300 литр һөт эшкәртелә. Ҡаты һәм йомшаҡ сырҙар бик тәмле булыуы менән айырылып тора. Киләсәктә үҙебеҙҙә етештерелгән сыр ҙур һорау менән ҡулланылыр, тигән өмөттәбеҙ. Сыр етештереүҙә эшләйәсәк белгестәр Башҡортостан Республикаһының Ауыл хужалығы министрлығы ярҙамы менән аграр университетта белемдәрен камиллаштырып ҡайтты. Тәмле һәм файһалы сыр тиҙҙән беҙҙең табынға ла килеп етер әле”, - тип яҙҙы район гәзите хәбәрсеһе Гөлшат Имелбаева.
Йәмғиәттең директоры Ғәлимйән Ғилфан улы Әминев белдереүенсә, киләсәктә улар продукция төрҙәрен тағы ла күбәйтергә ниәтләй. Яңы продукцияға ҡарата район халҡы әле үк ҙур ҡыҙыҡһыныу белдергән.
Төбәктәрҙә етештереүҙең яңы йүнәлештәрен асыу, эшҡыуарлыҡты үҫтереү ил Президенты Владимир Путиндың май указдарында билдәләнгән “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғыстарына булышлыҡ итеү” милли проекты ҡуйған бурыстарҙы тормошҡа ашырыуға ла ярҙам итә.