Милли проекттар
10 Март 2021, 05:30

Хәүефһеҙ ҙә, уңайлы ла

Октябрьский ҡалаһының 1-се дауаханаһына 1,5 миллион һумлыҡ күп функциялы операция өҫтәле алынды.

“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының “Онкология сирҙәре менән көрәш” төбәк проектына ярашлы, Октябрьский ҡалаһының 1-се дауаханаһына 1,5 миллион һумлыҡ күп функциялы операция өҫтәле алынды.
- Операция өҫтәле бөтә хирургик әмәлдәр талаптарына яуап бирә. Уның мөһим үҙенсәлектәренең береһе – модулле ятыу урынының кеше тәне анатомияһына ярашлылығы, - ти медицина учреждениеһының баш табибы Сергей Иванов. - Өҫтәүенә уны электрик көйләү ҡаралған, был пациент өсөн дә, медицина хеҙмәткәрҙәре өсөн дә уңайлылыҡ һәм хәүефһеҙлек тыуҙыра.
Медицина ҡорамалының еңел һәм йоҡа конструкцияһы эш шарттарын еңеләйтә. Операция өҫтәленең ышаныслы, өҙлөкһөҙ эшләүен ҡеүәтле аккумулятор батареялары тәьмин итә.
Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарына ярашлы, медицина учреждениеларын заманса медицина ҡорамалдары менән тәьмин итеү, кадрҙарға ҡытлыҡты бөтөрөү, тәүге медицина ярҙамынан һәр кемдең файҙаланыу мөмкинлеген арттырыу "Һаулыҡ һаҡлау" милли проектының көн үҙәгендә торған мөһим мәсьәләләренең береһе булып ҡала.
Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.
Читайте нас