“Өфө” баскетбол клубының элекке уйынсыһы Владимир Миңләхмәтовтың килеүен Тәтешле районы спортсылары түҙемһеҙлек менән көтөп алды. Урындағы балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбе тренеры Илгиз Шакиров тәрбиәләгән баскетболсы тыуған яғында уҡыусылар менән осрашты, йәштәр менән тәжрибә уртаҡлашты.
– Баскетбол һеҙҙә иң яҡшы сифаттар тәрбиәләй, – тине Владимир Миңләхмәтов. – Ә минең өсөн баскетбол – ул командам, дуҫтарым, тренерым, беҙҙең уйындар һәм еңеүҙәр!
Тәтешле районы хакимиәтендә танылған спортсыға оҫталыҡ дәресе, спортты үҫтереүгә һәм сәләмәт тормошто пропагандалауға тос өлөш индергән өсөн рәхмәт әйттеләр.
Мәғлүм булыуынса, Тәтешлелә спорт ярыштары йыш уҙғарыла. Улар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Демография” милли пректының “Спорт – йәшәү нормаһы” төбәк проектын тормошҡа ашырыуға булышлыҡ итә.
Фото: srk.nationalpriority.ru