Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдары нигеҙендә ҡабул ителгән “Экология” милли проекты сиктәрендә тормошҡа ашырылған “Урмандарҙы һаҡлау” федераль проектында Башҡортостан Республикаһы 2019 йылдан әүҙем ҡатнаша.
“Урмандарҙы һаҡлау” федераль проекты сиктәрендә алынған урман янғыны техникаһы 2020 йылдағы ауыр янғынлы миҙгелде ҙур юғалтыуҙарһыҙ сығыуға булышлыҡ итте, йәғни төбәк проекты ҡуйған маҡсаттар буйынса зыян 18 миллион һум кимәленән үтмәҫкә тейеш булһа, былтыр был күрһәткес 7,5 миллион тәшкил итте. 2021 йылда иһә “Урмандарҙы һаҡлау” проекты сиктәрендә Башҡортостан Урман хужалығы министрлығы юғалтыуҙар 17,3 миллион һумдан артырға тейеш түгел тигән бурыс ҡуя.
Ошоға бәйле, республиканың Урман хужалығы министрлығы ведомствоға ҡараған ойошмаларҙы, Өфө урман техникумы һәм Республика балалар экологик-биологик үҙәк менән урман янғындары сығыу хәүефен кәметеү маҡсатында саралар үткәрә.
Пландар сиктәрендә Өфө урман техникумы студенттары Башҡортостан Республикаһының Урман янғыны үҙәгендә һәм Өфө 3-сө типтағы урман янғыны станцияһында булды.
3-сө типтағы урман янғыны станцияһы начальнигы Айҙар Мортазин студенттарҙы станция, уның тәьмин ителеше тураһында һөйләне, урман янғындарын һүндереүҙә ҡулланылған техника менән таныштырҙы. Башҡортостандың Урман янғын үҙәгенең летчик-күҙәтеүсеһе Урал Риянов йәштәргә интерактив төрҙә “йәшел ҡалҡандағы” янғын хәүефһеҙлеген һауанан күҙәтеү үҙенсәлектәре менән таныштырҙы. Урал Риянов етәкселеге ярҙамында студенттар пилотһыҙ осоусы аппарат системаһы менән идара итеп ҡараны.
– Студенттар яңы белем һәм урман янғыны хеҙмәтен күҙ алдына баҫтырыу мөмкинлеген алды, – тине Айҙар Мортазин.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, инде дүртенсе йыл рәттән 1 мартта “Утты туҡтат!” федераль мәғлүмәт янғынға ҡаршы кампанияһы уҙғарыла. Был кампанияны 2018-2020 йылдарҙа Стратегик инициативалар агентлығы, Федераль урман хужалығы агентлығы, “Авиалесоохрана” федераль бюджет учреждениеһы, Урман янғыны ирекле йәмғиәте, Бөтә Рәсәй ирекле янғын йәмғиәте, Рәсәй уҡыусылар хәрәкәте һәм башҡа ойошмалар хуплап ярҙам күрһәтә.
Фото: БР Урман хужалығы министрлығынан.