Милли проекттар
17 Март 2021, 05:00

“Үҙ эшеңде башла!”

Благовещенда ошо исемле программа 11 проектҡа ярҙам күрһәтәсәк.

“Үҙ эшеңде башла” тип аталған программа Благовещен арматура заводы, урындағы район хакимиәте һәм “Минең бизнесым” үҙәгенең үҙ-ара хеҙмәттәшлеге нигеҙендә тормошҡа ашырыла. Шулай уҡ уға республиканың Эшҡыуарлыҡ буйынса дәүләт комитеты, Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы һәм БР Йәмәғәт палатаһы тарафынан булышлыҡ күрһәтелә.
Былтыр Благовещенда “Үҙ эшеңде башла” программаһына ярашлы 38 ғариза ҡабул ителеп, уларҙың 12-һе яҡлау тапҡан, 45 ҡатнашыусы тейешле белем алыуға өлгәшкән. Берләшкән металлургия компанияһы ҡарамағындағы Благовещен арматура заводы социаль эшҡыуарлыҡты үҫтереүгә йүнәлтелгән гранттарға 2,2 миллион һум аҡса бүлгән. Социаль эшҡыуарҙар үҙ эшен асыуға 200 мең һумғаса ярҙам алыу мөмкинлегенә эйә булған. Дөйөм алғанда, әлеге программа тормошҡа ашырылған өс йыл дауамында Благовещенда 49 проект яҡлау табып, 150 эш урыны булдырылған.
16 мартта район хакимиәтендә “Социаль эшҡыуарҙар проекттарының идеялар банкы” стратегик сессияһы үткән. Унда теләге булғандар “Үҙ эшеңде башла” программаһы менән яҡындан танышыу, семинарҙарға яҙылыу мөмкинлегенә эйә булған.
Быйылғы йылда ла программаның дөйөм фонды 2,2 миллион һум тәшкил итәсәк һәм йәмғеһе 11 проектҡа ярҙам итеү күҙаллана. Еңеүселәр үҙ бизнесын булдырыуға 200 мең һумғаса грант аласаҡ.
Берләшкән металлургия компанияһы тарафынан яҡлау тапҡан “Үҙ эшеңде башла” программаһы ил Президенты Владимир Путиндың май указдарында билдәләнгән “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғыстарына булышлыҡ итеү” милли проекты ҡуйған бурыстарға тулыһынса яуап бирә.
Фото: thumbs.dreamstime.com
Читайте нас