Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарында билдәләнгән “Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проекты сиктәрендә, Өфөлә Һәҙиә Дәүләтшина бульварындағы юлдар ремонтланасаҡ.
Ҡала хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, юлдарҙағы соҡорҙарҙы “ямау” хәлде ыңғай яҡҡа үҙгәртә алмай.
Яҡын арала юл хеҙмәттәре әҙерлек эштәрен башлаясаҡ. Тәү сиратта, юлдарҙы киңәйтеү маҡсатында, ҡарт ағастарҙы бысыу күҙаллана. Шунан һуң, подрядсы ойошма йәшелләндереү эштәрен башҡарасаҡ.
“1,1 километр оҙонлоҡтағы юл участогы капиталь ремонтланасаҡ. Трассаның күсәре тергеҙелеп, нығытыласаҡ, электр һәм элемтә линиялары, тышҡы яҡтыртҡыстар яңыртыласаҡ. Яңы юл билдәләре ҡуйыласаҡ, термопластиклы горизонталь һыҙаттар барлыҡҡа киләсәк. Шулай уҡ, яңы светофорҙар урынлаштырыу ҙа күҙаллана”, - тип хәбәр итәләр ҡала хакимиәтенең матбуғат хеҙмәтенән.
Контракт шарттары буйынса, эштәр ағымдағы йылдың 29 октябренә тамамланырға тейеш.
Фото: Өфө хакимиәте матбуғат хеҙмәтенән.