Өфөлә XIX спорттың милли һәм халыҡ төрҙәре буйынса республика фестивале үткәреләсәк.
20 мартта Башҡортостан Республикаһы Рима Баталова исемендәге спорт әҙерлеге үҙәгендә Башҡортостандың атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре Гөлүс Әғзәмов иҫтәлегенә XIX спорттың милли һәм халыҡ төрҙәре буйынса республика фестивале була.
Сарала республиканың 18 районынан һәм ҡалаһынан 200-ҙән ашыу спортсы ҡатнаша. Улар көрәш, гир спорты һәм армрестлинг буйынса үҙен һынап ҡараясаҡ.
Был ярыштар спорттың милли, халыҡ төрҙәрен популярлаштырыу һәм йәш быуындың Башҡортостандың спорт йолаларын һаҡлауы өсөн атҡарыла. Был иһә Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдары нигеҙендә барлыҡҡа килгән “Демография” милли проектының “Спорт – йәшәү нормаһы” проекты маҡсаттарын тормошҡа ашырырға ярҙам итә.
Был фестивалдең үткәрелеүе республикабыҙҙа спорт хәрәкәтен ойоштороусы, билдәле эшмәкәр, Башҡортостандың атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре Гөлүс Әғзәмов хаҡындағы иҫтәлекте мәңгеләштереүгә лә булышлыҡ итәсәк.
Әйткәндәй, тамашасылар өсөн инеү бушлай.
Фото: республиканың Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы.