Милли проекттар
20 Март 2021, 10:30

Йәмәғәт биләмәләре төҙөкләнә

Быйыл республиканың туғыҙ ҡалаһы, бер районы һәм өс ауыл биләмәһе эштәрҙең заказсыһы булараҡ сығыш яһай.

Бөтә Рәсәй бәләкәй ҡалаларҙа һәм тарихи урындарҙа уңайлы ҡала мөхите булдырыу буйынса иң яҡшы проекттар конкурсы урындарҙа йәмәғәт биләмәләрен төҙөкләндереүгә яңы юлдар асты. Был йүнәлештә башҡарылған эштәр төбәк һәм федераль бюджеттарҙан финанслана.
БР Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, быйыл республиканың туғыҙ ҡалаһы, бер районы һәм өс ауыл биләмәһе эштәрҙең заказсыһы булараҡ сығыш яһай. Мәҫәлән, дәүләт килешеүе нигеҙендә Дәүләкән ҡалаһының үҙәге – Мәжит Ғафури урамы һәм уның тирәһендәге биләмә төҙөкләндереләсәк. Белоретта – ҡаланың мәҙәниәт һәм ял паркында, Мәләүездә – Мләүез йылғаһы яры буйында, Сибайҙа Мәжит Ғафури исемендәге паркта эштәр алып барыласаҡ. Мәләүез районының Воскресенск ауылында “Воскресенск заводы арт-үҙәге” мәҙәни-туристик йәмәғәт биләмәһен булдырыу күҙаллана. Учалыла Ленин, Йәштәр урамдары һәм яр буйы төҙөкләндереләсәк.
Дүртөйлөләр “Дүртөйлө. Яңы энергия” тип аталған проектты тормошҡа ашырып, Ленин урамына тоташҡан биләмәне тәртипкә килтермәксе. Яңауыл районында “Башҡортостандың төньяҡ ҡапҡаһы” проектына ярашлы Шәһит Хоҙайбирҙин урамындағы майҙансыҡтар яңы төҫ аласаҡ. “Баймаҡ. Үҙгәрештәр еле” проекты район үҙәгендәге үҙәк майҙанды һәм Салауат Юлаев урамын төҙөкләндереүҙе күҙ уңында тота. Шулай уҡ Ағиҙел, Благовещен ҡалаларында, Йылайыр районында, Николо-Березовка ауылындағы йәмәғәт биләмәләрендә лә эштәр алып барыласаҡ.
Бөтә Рәсәй бәләкәй ҡалаларҙа һәм тарихи урындарҙа уңайлы ҡала мөхите булдырыу буйынса иң яҡшы проекттар конкурсына ярашлы алып барылған барлыҡ эштәр Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарында билдәләнгән “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекты ҡуйған бурыстарға тулыһынса яуап бирә.
Фото: admkumertau.ru
Читайте нас