Милли проекттар
21 Март 2021, 09:30

Өс ауыл халҡы ла ҡәнәғәт

Йылдың беренсе кварталында ғына 250-нән ашыу пациент мөрәжәғәт итергә өлгөргән.

Өфө районының Ягодная поляна ауылында “Һаулыҡ һаҡлау” милли проектына ярашлы төҙөлгән яңы фельдшер-акушерлыҡ пунктына беренсе кварталда 250-нән ашыу пациент мөрәжәғәт иткән. Медицина учреждениеһы өс ауыл халҡын хеҙмәтләндерә, 429 кешенең, шул иҫәптән 93 баланың, сәләмәтлеген һаҡлау уның иңендә.
Элек ФАП 1972 йылда һалынған бинала урынлашҡан булған, уңайлыҡтар сикләнгән, ҡышын һалҡын бүлмәләр йәнде ыҙалатҡан, канализация селтәре үткәрелмәгән. Фельдшер Татьяна Фокина әйтеүенсә, һыу иҙән йыуыу өсөн генә яраҡлы булған, таҙа һыуҙы күрше өйҙәрҙән ташырға тура килгән.
Яңы фельдшер-акушерлыҡ пунктында халыҡҡа медицина ярҙамы күрһәтеү өсөн бөтә уңайлыҡтар бар: пациенттарҙы ҡабул итеү кабинеттары, процедуралар һәм прививка яһау, персонал һәм ауырыуҙар өсөн айырым бүлмәләр. Бина һыу, канализация системалары менән тәьмин ителгән, бүлмәләр тейешле ҡорамалдар менән йыһазландырылған.
Яңы ФАП медицина эшмәкәрлегенең өс төрөн башҡарыу өсөн лицензия алған. Фельдшер Светлана Ниғмәтуллина “Ауыл фельдшеры” программаһы буйынса эшкә килгән. Раҫланған график буйынса, айына бер тапҡыр Дмитриевка участка дауаханаһы табиптары килеп, халыҡты ҡабул итә.
Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарына ярашлы, 2024 йылға тиклем тәүге медицина ярҙамы күрһәтеүсе ойошмаларҙа кадрҙарға ҡытлыҡты кәметеү һәм унан һәр кемдең файҙаланыу мөмкинлеген тәьмин итеү бурысы ҡуйылды.
Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.
Читайте нас