Милли проекттар
22 Март 2021, 07:30

Сиктәрҙе киңәйтәләр

Ошо көндәрҙә баш ҡала Мәшғүллек үҙәгенең Орджоникидзе районы буйынса филиалы базаһында Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының Йәмәғәт советының беренсе күсмә ултырышы үтте.

Ошо көндәрҙә баш ҡала Мәшғүллек үҙәгенең Орджоникидзе районы буйынса филиалы базаһында Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының Йәмәғәт советының беренсе күсмә ултырышы үтте.
Йәмәғәтселәр тәүгеләрҙән булып яңыртылған мәшғүллек үҙәгендә булды. Ул тулыһынса заман талаптарына ярашлы үҙгәртелгән һәм хәҙер “Рәсәй хеҙмәте” кадрҙар үҙәге тип атала.
Әлбиттә, бында граждандар менән эшләү үҙенсәлектәре лә яңыртылған. Был хаҡта Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.
Хәҙер бында һәр кем эшкә урынлашыуға бәйле проблемаһын тормош хәленән сығып хәл итә ала – был тулыһынса яңы күренеш.
Министрлыҡтың коллегиаль органы ағзаһы, ”Ғүмергә тигеҙ хоҡуҡ” автономиялы коммерцияға ҡарамаған ойошманың етәксеһе Александр Болонистов был хаҡта түбәндәгеләрҙе белдерҙе:
– Мәшғүллек үҙәге яңы кимәлгә сыҡҡанын күрәбеҙ. Был һәр кеше, тормоштағы йә бизнестағы хәленә ҡарап, үҙәккә мөрәжәғәт итә һәм мәсьәләһен комплекслы хәл итә ала, тигән һүҙ.
Мине, мөмкинлектәре сикләнгән кешеләрҙең хоҡуҡтарын яҡлаусы булараҡ, хәрәкәт итеү, аралашыу, йәмғиәттә социалләшеү, психик һәм физик ҡаршылыҡтар кеүек проблемалары булған инвалидтарҙы эшкә урынлаштырыу кеүек аныҡ мәсьәлә борсой.
Был йәһәттән үҙәк белгестәре психологик тренингтар үткәрә, һөнәри йүнәлеш буйынса эш алып бара. Иң мөһиме, инвалидты ҡайҙа булһа ла эшкә урынлаштырыуға баҫым яһалмай, ә эш урыны инвалид өсөн тап килеүенә иғтибар йүнәлтелә, - ти ул.
Үҙәкте модернизациялау “Демография” милли проектының “Мәшғүллеккә булышлыҡ итеү төбәк проектына ярашлы тормошҡа ашырыла.
Ошо уҡ сараға ярашлы тулыһынса яңыртылған “Рәсәй хеҙмәте” кадрҙар үҙәге тәүгеләрҙән булып 2019 йылда Стәрлетамаҡта асылған, сиратта – Нефтекамск.
Күсмә ултырыштан һуң йәмәғәтселәр һөнәри белем биреү мәсьәләләрен, профессионал йүнәлеш, эшһеҙҙәргә психологик ярҙам күрһәтеү мәсьәләләрен тикшерҙеләр.
Фото: mintrud.bashkortostan.ru
Читайте нас