Милли проекттар
23 Март 2021, 04:30

Торлаҡ йорттар ремонтлана

Стәрлетамаҡта 19 йортта - 48 лифт, дүрт йортта - һыу үткәргестәр, 44 йорттоң ҡыйыҡтары яңыртыласаҡ.

2021 йылда Стәрлетамаҡ ҡалаһында 82 күп фатирлы йортта дөйөм милек капиталь ремонтлансаҡ, тип планлаштырыла. Ҡаланың торлаҡ-коммуналь хужалығы идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, 19 йортта 48 лифт яңыртыласаҡ, дүрт йортта - һыу үткәргестәр, 44 йорттоң ҡыйыҡтары капиталь ремонтлансаҡ. Бер йорттоң фасады ремонтланасаҡ, икәүһенеке йылытыласаҡ, шулай уҡ ике йорттоң электр үткәргестәрен яңыртыу күҙаллана.
Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май” указдарында билдәләнгән “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектына ярашлы, 11 объектта төҙөү-монтажлау эштәре башланған. Һигеҙ объектта – ҡыйыҡтарҙы, икәүһендә – һыу үткәргестәрҙе, берәр йортта электр системаһын һәм сарҙаҡтарҙы капиталь ремонтлау эштәре бара.
Торлаҡ йорттарҙы ремонтлауҙан тыш, тиҙҙән Рәсәйҙә студент ятаҡтары төҙөү һәм капиталь ремонтлау буйынса программа ғәмәлгә инәсәк. Был - Владимир Путиндың ғинуар айында юғары уҡыу йорто студенттары менән осрашҡандан һуң ҡабул иткән ҡарары. Уға ярашлы, 2030 йылға тиклем илдең бер нисә төбәгендә заманса университет кампустары ла барлыҡҡа киләсәк.
Фото: “Горобзор”
Читайте нас