Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының “Уңайлы ҡала мөхите булдырыу” төбәк программаһына ярашлы, быйыл Октябрьский ҡалаһында тауыш биреү йомғаҡтары нигеҙендә өс йәмәғәт биләмәһен төҙөкләндереү күҙаллана. Улар:
– Шашин һәм Закиров урамдары араһындағы парк;
– 29-сы биҫтә менән “Лукойл” АЗС-ы араһындағы парк;
– 8-се мәктәп эргәһендәге биләмә.
Конкурс ғәмәлдәре һөҙөмтәһендә ошо күләмле эште башҡарыу буйынса подрядсы билдәләнде – “УралСпецСтрой” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте. Ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары Илнур Нафиҡов әйтеүенсә, “ошо уҡ подрядсы Октябрьскийҙың 70 йыллығына Халыҡтар дуҫлығы йортон реконструкциялағайны, хәҙер иһә ҡаланың 75 йыллығына пактарҙы төҙөкләндерәсәк”.
Йәмәғәт биләмәләрен төҙөкләндереүҙең дизайн-проекттары современный-октябрьский.рф порталында реконструкция программаларын тормошҡа ашырыу тураһындағы башҡа мөһим мәғлүмәт менән бергә урынлаштырылған. Парктарҙың проекттары алдан йәмәғәтселек тикшереүенә тәҡдим ителде, ҡала халҡының фекерен белешеү һәм тәҡдимдәр йыйыу ойошторолдо.
Фото: srk.nationalpriority.ru