Бөгөн республика Башлығы Радий Хәбиров Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаров видеоконференция тәртибендә үткәргән округ кәңәшмәһендә ҡатнашты.
Унда ҡатнашыусылар байтаҡ мәсьәләләр, атап әйткәндә, сентябрҙә Берҙәм тауыш биреү көнөнә әҙерлек, төбәк йәштәр сәйәсәтен, милли проекттарҙы тормошҡа ашырыу, мәктәптә туҡланыуҙы ойоштороу һәм башҡа темалар буйынса фекер алышты.
Игорь Комаров COVID-19 таралыуға бәйле хәлгә иғтибарҙы йүнәлтте. 2020 йыл аҙағы менән сағыштырғанда, округта ауырыу осраҡтары 47 процентҡа кәмегән. Шуға күрә дауаханаларҙағы йоғошло ауырыуҙар өсөн тәғәйенләнгән урындарҙы планға ярашлы эш тәртибенә күсерәләр. Игорь Комаров губернаторҙарға был эште тейешле резервты һаҡлап, этаплап башҡарырға кәңәш итте.
Бынан тыш, төбәк етәкселәре ғәмәлдәге ҡеүәттәрҙе һөҙөмтәле файҙаланыу, диагностикаға йәлеп итеү, коронавирус менән сирлеләрҙе кәрәкле дарыуҙар менән тәьмин итеү мәсьәләләрен контролдә тоторға тейеш. Рәсәй Президентының тулы хоҡуҡлы вәкиле билдәләүенсә, граждандарҙы күпләп вакцинациялауға ҙур иғтибар бирергә кәрәк, округ төбәктәрендә уның темпы үҫергә тейеш.
Кәңәшмәлә тикшерелгән тағы ла бер тема – милли проекттар. Уларға ярашлы, Волга буйы федераль округында 24 меңгә яҡын кеше авария хәлендәге торлаҡтан күсерелгән, 15 меңдән ашыу урынлыҡ 22 яңы мәктәп төҙөлгән. Игорь Комаров төбәктәрҙең агросәнәғәт комплексы өлкәһендәге уңыштарын телгә алды. Шул уҡ ваҡытта ул “Һаулыҡ һаҡлау”, “Демография”, Торлаҡ” милли проекттары буйынса эште көсәйтеү бурысын ҡуйҙы.
Башҡортостанда “Демография” милли проектына ярашлы былтыр 32 меңдән ашыу ғаилә беренсе, икенсе һәм артабанғы сабыйҙары тыуыуға бәйле айлыҡ түләүҙе алған. Уларға күрһәтелгән финанс ярҙамы биш миллиард һумдан артып киткән. 2020 йылда республикала 25 балалар баҡсаһы төҙөлгән, 98 мәктәпкәсә учреждение капиталь төҙөкләндерелгән. Һөҙөмтәлә 6,3 меңгә яҡын өҫтәмә урын барлыҡҡа килгән.
“һаулыҡ һаҡлау” милли проекты буйынса былтыр Башҡортостанда Республика онкология диспансерының яңы корпусы һәм 110 фельдшер-акушерлыҡ пункты файҙаланыуға тапшырылған. Республика, ҡала һәм район һаулыҡ һаҡлау ойошмаларына 190 берәмек юғары технологиялы медицина ҡорамалы тапшырылған.
“Мәғариф” милли проекты нигеҙендә 34 учреждениеға капиталь ремонт яһалған, өр-яңы ике объект һалынған. Улар – Шаран районының Шаран ауылындағы мәктәптә ашхана менән башланғыс корпус һәм Нуриман районының Первомайск ауылында балалар баҡсаһы менән мәктәп.
Былтыр Башҡортостанда 2,4 миллион квадрат метрҙан ашыу торлаҡ һалынған, шул иҫәптән “Стимул” программаһына ярашлы инфраструктура проекттарын тормошҡа ашырыу иҫәбенә.